Йырсы Нәркәс Сиражетдинованан бәлеш рецебы: — 25 июля 2026 г. в 12:11:01.137
Йырсы Нәркәс Сиражетдинованан бәлеш рецебы: Ҡамыр өсөн: - 1 ҡап “Пышка” йәки “Хозяюшка” маргарины, - 1 йомортҡа, - 0,5 стакан шәкәр, - 1балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, - 300 грамм самаһы он (ҡамыр күпме ала) кәрәк. Эслек өсөн: - 1стакан ҡаймаҡ, - 2 йомортҡа, - 0,5 стакан шәкәр, - 2 аш ҡалағы крахмал, - ванилин алығыҙ. Майҙы турап йәки ҡырғыс аша үткәреп, он ҡушабыҙ, йомортҡа менән шәкәрҙе айырым туҡыйбыҙ. Һуңынан ике массаны бергә ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Эслекте әҙерләгәнсе, ҡамырҙы һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслек әҙерләү өсөн бар ингридиенттарҙы ҡушып, шәкәр эрегәнсе болғатырға кәрәк. Мейес йылынғансы ҡамырҙы тигеҙ итеп йәйәбеҙ, уның ситен саҡ ҡына күтәреп ҡуйығыҙ. Эслек ағып сығырлыҡ булмаһын. Килеп сыҡҡан кәрзингә йәнегеҙ теләгән емеш-еләкте һалырға кәрәк. Ҡурай еләге, сейә, ҡарағат менән бик тәмле килеп сыға. Еләктең өҫтөнә әҙер эслекте ҡоябыҙ. Бәлеш 30–40 минутта бешеп сыға. Аштарығыҙ тәмле булһын!

