Оҙаттым да балаларҙы, — 4 сентября 2026 г. в 12:16:40.903
Оҙаттым да балаларҙы, Күҙҙәремә йәштәр тулды. Әйтерең дә ,йөрәгемде Кемдер берәү семтеп алды. Өйөм эсе тып - тын ғына, Йыйыштырам өҫтәлемде. Ара- тирә һөртөп алып Йәшкәҙән күҙҙәремде. Унда-бында кейемдәре, Уйынсыҡтар ятып ҡалған. Үҙҙәре лә белмәйҙәрҙер, Нимәләре онотолған. Шулай инде-тәҡдирҙәре Яҙылғандыр сит - яҡ ергә. Насип түгел йәшәүҙәре Бөтәбеҙ ҙә бергә- бергә. Атай- әсәй үҫтерә лә, Тараталар балаларын. Ҡабат- ҡабат яңырталар Йөрәгенең яраларын. "Атай- әсәй уйы бала, Баланыҡы сикһеҙ дала". Моңһоу булһа, ошо йырҙы Үҙ- үҙемә йырлап алам. Тыуған йорттоң уты барҙа, Осрашыуҙар насип булһын. Атай - әсәй иҫән саҡта Йылы оя гөрләп торһон. Оло юлда балаларҙы Фәрештәләр һаҡлаһындар. Хызыр ильяс юлдаш булһын, Ҡаршы елдәр ҡаҡмаһындар! Вәсимә Күсәрбаева.