✅ Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев халыҡ-ара марафонда ҡатнаша. — 4 сентября 2026 г. в 09:48:38.767
✅ Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев халыҡ-ара марафонда ҡатнаша. Ул 42 километрҙы коляскала үтергә йыйына. Параспортсы социаль селтәрҙә яҙыуынса, ул тәү сиратта марафондан кинәнес алырға һәм шул уҡ ваҡытта Өфө юлдарының сифатын тикшерергә теләй. “Мөмкинлектәремдең ни тиклем сикләнгәнен йәки сикләнмәгәнен, йәғни уларҙың ни тиклем сикһеҙ булыуын һәм мин үтә алмаҫлыҡ сиктең булыу-булмауын белгем килә”, — ти Рөстәм Нәбиев. Өфө халыҡ-ара марафоны 13 сентябрҙә уҙа.
1 485 просмотров