Хеҙмәттәшебеҙ Гүзәл Ситдиҡова Рәсәй журналистар союзының «2026 йылдың иң яҡшы журналист...
Хеҙмәттәшебеҙ Гүзәл Ситдиҡова Рәсәй журналистар союзының «2026 йылдың иң яҡшы журналист эше» конкурсында «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән фиктив никахтар» тигән үткер журналистик тикшеренеүе өсөн махсус диплом менән бүләкләнде. Гүзәл Ситдиҡова Махсус хәрби операция темаһын бөтөнләй икенсе, көтөлмәгән яҡтан яҡтырта. Уның «фиктив никахтар» тураһындағы махсус репортажы социаль проектҡа әйләнеп, бик күптәргә юридик ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ журналист күтәргән тағы бер мөһим һәм әлегә тапалмаған тема — яугирҙарға нейрореабилитация һәм психик ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе. Гүзәл Ситдиҡова бер йыл эсендә генә Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара журналистар конкурстарында 8 тапҡыр еңеүсе һәм лауреат булды. Был уның һигеҙенсе дипломы. Шулай уҡ ул — Башҡортостандан беренсе булып Борис Максудов исемендәге Бөтә Рәсәй конкурсында абсолют еңеү яулаған журналист. Артабан да ҡәләмең үткер, һүҙең үтемле булһын, Гүзәл! Яңынан-яңы уңыштар, илһам һәм эшеңдә яңы бейеклектәр теләйбеҙ.