"Юлдаш" радиоһының "Журналист-ирекмәндәр" төркөмө үҙ эшмәкәрлеген тағы ла киңәйтә.
"Юлдаш" радиоһының "Журналист-ирекмәндәр" төркөмө үҙ эшмәкәрлеген тағы ла киңәйтә. Шатлыҡлы хәбәребеҙ бар — "Юлдаш плюс" йәштәр үҙәгендә беҙҙең рәсми штаб эшләй. Был урын ябай ғына эш бүлмәһе түгел, ә ысын мәғәнәһендә изгелек, берҙәмлек һәм яңы идеялар усағы. ✅ Төрлө йүнәлештәге файҙалы осрашыуҙар һәм фекерләшеүҙәр; ✅ Ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре; ✅ Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам туплау; ✅ Һәм замана талабына ярашлы — яңы форматтағы ПОДКАСТАР төшөрөлә. Әйткәндәй, штабҡа тәүгеләрҙән булып Баймаҡ районының "Беҙ бергә" һәм Белорет районының Инйәр ирекмәндәре гуманитар ярҙам алып килде. Тиҙҙән ылауҙы "Халыҡ фронты" аша "Башҡортостан" полкына оҙатабыҙ. Ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә рәхмәт! Берҙәмлектә — көс! Журналистарҙың көндәлек эше хәбәр еткереү генә түгел, ә халыҡты изге маҡсаттар тирәләй берләштереү ҙә. Алда беҙҙе яңы проекттар һәм ҙур эштәр көтә.