Өфөлә һайлау участкалары тауыш биреүгә әҙер
Өфөлә һайлау участкалары тауыш биреүгә әҙер Башҡортостанда һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы ағзаһы, коллегабыҙ Ильнур Рамазанов Өфөнөң һайлау участкаларының әҙерлеген тикшерҙе. Ул Ленин, Совет һәм Киров райондарында урынлашҡан 9 һайлау участкаһында булды. Тикшереү күрһәтеүенсә, бөтә биналар ҙа эшкә тулыһынса әҙер. Уларҙа видеокүҙәтеү камералары урынлаштырылған, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн шарттар бар, йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн махсус урындар ҡаралған. Иртәгә һайлау участкалары тауыш биреүселәр өсөн ишектәрен аса. Һайлау барышында йәмәғәт мониторингы дауам итә.