🎬 "Батырҙар ташы" прокатҡа сыға
🎬 "Батырҙар ташы" прокатҡа сыға Режиссер Роман Пожидаевтың тулы метражлы тәүге эше Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһында төшөрөлгән. Фильм Ҡазан ҡалаһында үткән "Алтын минбар" халыҡ-ара кинофестиваленең конкурстан тыш программаһында күрһәтелде. Картина Өфө ҡалаһында һәм Белорет районында төшөрөлгән. Төп ролдәрҙе Наил һәм Динислам Сафиндар, Гөлсәсәк Зарипова, уйнай. Шулай уҡ унда республиканың билдәле артистары ла ҡатнаша. Операторҙар - Илдар Бикметов менән Владимир Жилко, музыкаль биҙәлеш - Камил Абдуллин.
972 просмотров