🤝 Аҡъярҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге ...
🤝 Аҡъярҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге асылды Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың яҡындары өсөн үҙәк эшләй башланы. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы хәбәр итә. Үҙәк өсөн айырым бина бүленгән, унда ремонт үткәрелгән. Уңайлы мөхит булдырыуға ирекмәндәр, яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре үҙ өлөшөн индергән. Бында Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы вәкилдәре, социаль координаторҙар, психолог һәм юрист ярҙам күрһәтергә әҙер. Шулай уҡ үҙәктә ветерандар һәм уларҙың яҡындары өсөн осрашыуҙар, төрлө саралар үткәрелеү ҡаралған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса бындай үҙәктәр республиканың һәр муниципалитетында асылырға тейеш. Уларҙың бурысы — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүселәрҙе берләштереү, ярҙам алыуҙы еңеләйтеү.