🟢 Республикала йылытыу миҙгеле башланды.
🟢 Республикала йылытыу миҙгеле башланды. Бөгөн торлаҡ йорттар йылытыла башлай. 🟢 Бөгөн – Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө. Ошо уңайҙан Өфөлә тантаналы сара үтә. 50-нән ашыу педагогка дәүләт наградалары тапшырыла. 🟢 7 октябрҙә республикала иҫкәртеү системалары тикшерелә. Сирена тауышы менән бергә телевизор һәм радио аша иҫкәртеү сигналы тапшырыла. 🟢 Башҡортостан предприятиелары “Алтын көҙ”гә әҙерләнә. 7 октябрҙә Мәскәүҙә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе башлана. 🟢 Бөгөн “Салауат Юлаев” һәм ЦСКА командалары осраша. Уйын Мәскәүҙә үтә, Өфө ваҡыты менән 21:30 сәғәттә башлана.