✔️Бөгөн Мәскәүҙә “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһе башлана.
✔️Бөгөн Мәскәүҙә “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһе башлана. Уны Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ойоштора. Республиканың ауыл хужалығы ҡаҙаныштарына арналған стенд эшләйәсәк. ✔️ Республика халҡы финанс белемен һынай ала. Үҙәк банк онлайн тикшеренеү уҙғара. Ҡатнашыусыларға тест һорауҙарына яуап бирергә кәрәк. ✔️ Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы халыҡты ҡабул итә. Ведомство белгестәре бөгөн 17:00 сәғәткә тиклем граждандар менән аралаша. ✔️ Бөгөн “Салауат Юлаев” һәм “Себер” командалары осраша. Уйын Новосибирск ҡалаһында үтә, Өфө ваҡыты менән 17:30 сәғәттә башлана.