📍Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына — 4 йыл!
📍Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына — 4 йыл! 2022 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләре нигеҙендә асылған үҙәк бөгөн 23 мең ирекмәнде берләштерә. Башҡортостандың ҡала һәм райондарында 71 штаб эшләй. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә белдерә. 2025–2026 йылдарҙа Махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының 7 986 ғаиләһенә ярҙам күрһәтелгән. Махсус хәрби операция биләмәһенә һәм сик буйы төбәктәренә 186 гуманитар ылау оҙатылған. “Был һандар артында — изге күңелле, киң йөрәкле ирекмәндәрҙең тырыш хеҙмәте ята. Башҡаларға ярҙам итергә ваҡыт һәм мөмкинлек тапҡан һәр кемгә рәхмәт!”, тип яҙа Республика Башлығы сәхифәһендә.