✅ Бөгөн республика Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары халыҡты ҡабул итә. Осрашыу “Бе...
✅ Бөгөн республика Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары халыҡты ҡабул итә. Осрашыу “Берҙәм Рәсәй” партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә уҙа. Унда махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаилә ағзалары һорауҙары ҡарала. ✅ Өфөлә бөгөн “Исламдың юғары маҡсаттары һәм ҡиммәттәре”тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙа. Унда ил төбәктәренән вәкилдәр, ғалимдар, тарихсылар, теологтар, студенттар ҡатнаша. ✅ “Салауат Юлаев” бөгөн Новосибирскиҙың “Себер” клубы менән осраша. Матч “Өфө-Арена”ла киске сәғәт 7-лә башлана. Уйын барышын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә.