✅Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа көҙгө сессияның тәүге Пленар ултырышы үтә. Унда респ...
✅Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа көҙгө сессияның тәүге Пленар ултырышы үтә. Унда республика парламенты яңы вәкәләттәр менән тулылана, закон проекттары ҡарала. ✅ Бөгөн Өфөлә III төбәк-ара йәштәр китапхана форумы үтә. Уның төп маҡсаты — йәштәр араһында китапхана эшен үҫтереү, уҡыусылар менән эшләүҙең яңы алымдарын индереү һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау. ✅ 24 сентябрҙә «Торатау» Конгресс-холында Мәктәпкәсә белем биреү йылына арналған республика форумы үтә. Майҙан 600 ҡатнашыусыны берләштерә. ✅ «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында 45-сы ижад миҙгеле асыла. Тамашасыларға «Көҙгө моңдар» тип исемләнгән концерт тәҡдим ителә. Унда билдәле йырсылар, этно һәм фольклор төркөмдәр ҡатнаша. ✅ Бөгөн баш ҡаланың “1 май” паркында “Раздолье” рус халыҡ хоры концерты була. Коллектив рус халыҡ йырҙарын башҡара. Тамашаға йәш сикләүе юҡ.