Махсус хәрби операция ветерандары - Иглин районында.
Махсус хәрби операция ветерандары - Иглин районында. Районда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәге асылды. Яңы үҙәк Ватан һаҡсылары һәм уларҙың яҡындары өсөн көс туплау, берҙәмлек, ярҙам алыу урыны булыр тип көтөлә. Бында килеүселәр бушлай юридик, психологик һәм социаль ярҙам ала. Әле Иглиндә ике меңдән ашыу махсус хәрби операция ветераны. Коллегабыҙ Ильяс Ҡасҡынов сәфәр барышын күҙәтте.
1 601 просмотров