"Малыха" яугирҙарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлай
"Малыха" яугирҙарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлай Дәүләкән районынан «Малыха» ҡушаматлы яугир ҡыҙыбыҙ дүртенсе тапҡыр тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, ир-егеттәр менән бер рәттән ил мәнфәғәттәрен яҡлап, фиҙаҡәр хеҙмәт алып бара. "Был ҡарар, махсус операцияға китеү, миңә еңел бирелмәне, — ти ул. — Әммә мин ысын күңелдән яугирҙәребеҙгә һәм Ватаныбыҙға ярҙам итергә теләнем". Әлеге ваҡытта «Малыха» медицина ротаһында хеҙмәт итә, унда ут эсенән яралыларҙы эвакуациялау менән шөғөлләнә. Уның ҡаһарманлығы юғары баһаланды — яҡташыбыҙ бер юлы бер нисә лайыҡлы наградаға эйә: «Курск өлкәһен азат иткән өсөн» миҙалы; II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы; «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы. Ҡыйыу яҡташыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, көс-ҡеүәт һәм тыуған яҡтарына имен-һау еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ. Сығанаҡ: «Асылыкүл-Балҡантау» гәзите.