Байконур ветераны, подполковник Харис Сәғитовҡа 80 йәш
Байконур ветераны, подполковник Харис Сәғитовҡа 80 йәш Ул хәрбилек эшенә ғүмерен бағышлаған шәхес, Ватанға хеҙмәт өсөн өсөнсө дәрәжәле һәм Ю. Гагарин, Г. Титов, Г. Жуков миҙалдары менән бүләкләнгән. Ул хәрби генә түгел, ижади рухлы кеше. Тыуған яҡты өйрәнеүсе, әҙәбиәт донъяһына ғашиҡ булараҡ, уҡыусыларға "Уйым сағыла йыһанда", "Япраҡтар туйы" китаптарының авторы, шулай уҡ "Беҙҙең Байконур" йыйынтығын төҙөүсе булараҡ та яҡшы таныш. Юлдаш радиоһының даими эксперты, беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ һәм фекерҙәшебеҙ. Ысын ир-егет! Ысын подполковник! Именлек һәм бәрәкәтле, ырыҫлы оҙон ғүмер теләйбеҙ.