🔍 Чумаға тест тапшырыу тураһындағы «указ» — ялған!
🔍 Чумаға тест тапшырыу тураһындағы «указ» — ялған! Башҡортостанда ялған документ таратыла. Унда дәүләт хеҙмәткәрҙәренә даими рәүештә чумаға тест тапшырырға ҡушыла. Берәүҙәргә тикшереүҙе бюджет иҫәбенә үткәрергә, башҡаларға үҙ иҫәбенә түләргә тәҡдим ителә. Тестың кире һөҙөмтәһе булмаһа, йәнәһе, эш хаҡын һаҡламайынса эштән ситләтеү ҡаралған. ❌ Был — ялған! Күрһәтелгән дата һәм номер менән ҡарар рәсми сығанаҡтарҙа юҡ. Документты ысын итеп күрһәтеү өсөн республика Башлығының исемен һәм рәсми биҙәлеште ҡулланғандар. Ышаныслы булып күренгән һәр документҡа ышанмағыҙ. Мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтарҙан тикшерегеҙ һәм ялған хәбәрҙәрҙе таратмағыҙ!