9 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Ҡурай көнөнә арналған байрам концерты...
9 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Ҡурай көнөнә арналған байрам концерты үтә. Сәхнәлә - Башҡортостан Республикаһының дәүләт ҡурайсылар ансамбле. Тамашасыларҙы халыҡ йырҙары, заманса композициялар, дәртле бейеү көйҙәре һәм боронғо көйҙәргә ҡоролған ҡурай импровизациялары көтә. Концертта ансамблдең ҡурайсылары һәм йырсылары - Азамат Зиннәтуллин, Шамил Күсәмешев, Венер Йылҡыбаев, Зөфәр Атанғолов, Фәиз Шәрипов, Нурзия Сабитова, шулай уҡ бейеүсе-ҡурайсы Айҙар Исхаҡов сығыш яһай. Ансамблдең художество етәксеһе - Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз ҡурайсы Азат Айытҡолов, музыкаль етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Морат Джанизаков. Милли рух, ҡурайҙың илаһи моңо һәм сағыу тамашаһына рәхим итегеҙ!