🌳Бөгөн Өфөлә яңыртылған Ленин паркы асылды.
🌳Бөгөн Өфөлә яңыртылған Ленин паркы асылды. Тантанала Радий Хәбиров һәм Герман Греф ҡатнашты. Парк “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса төҙөкләндерелде. Паркты асыу тантанаһы барышында халыҡ өсөн ҙур байрам программаһы тәҡдим ителде. Төп сәхнә Туҡай урамында Республика йорто янында урынлашҡан. Сарала Zainetdin, Илдар Абдуллин, шулай уҡ балалар хоры һәм бейеү коллективтары сығыш яһай. Байрамдың төп ҡунағы – IOWA төркөмө.