Филүс Ҡаһиров - Башҡортостандың халыҡ артисы.
Филүс Ҡаһиров - Башҡортостандың халыҡ артисы. Республика премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев йырсыға маҡтаулы исем тапшырҙы. "Филүс – һәләтле башҡарыусы. Уның йырҙарын күптәр ярата. Ҡаһиров музыка сәнғәтен үҫтереүгә, милли традицияларҙы һаҡлауға һәм башҡорт мәҙәниәтен танытыуға ҙур өлөш индерә. Был оло хөрмәт уята. Тап ошондай кешеләр булғанда республиканың мәҙәни мираҫы юғалмай, ул быуындан-быуынға тапшырыла килә”, - тине Александр Шельдяев.