🩺 Учалынан шәфҡәт туташы яралы яугирҙәргә ярҙам итә
🩺 Учалынан шәфҡәт туташы яралы яугирҙәргә ярҙам итә Учалы районының Уральск ауылында тыуып үҫкән Юлиә Кузнецова Махсус хәрби операцияла ялан госпиталендә хеҙмәт итә. Был хаҡта район башлығы Руслан Ғиләзетдинов хәбәр итте. «Роса» позывнойлы шәфҡәт туташы быға тиклем ҡала дауаханаһында эшләгән. Махсус хәрби операция башланғас, ситтә ҡала алмаған — Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Хәҙер Юлия яралы яугирҙәргә тәүге ярҙам күрһәтә, уларҙы тәрбиәләй. Хеҙмәттәштәре уның ауыр шарттарҙа ла тыныс һәм ышаныслы эш итеүен билдәләй. 💬 «Беҙ бында егеттәргә бик кәрәк! Беҙ булмаһаҡ, кем?» , — ти ул.