🌿 Республика көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Өфө — хеҙмәт батырлығы ҡалаһы...
🌿 Республика көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Өфө — хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһына сәскәләр һалды һәм уның тирәһен төҙөкләндереү барышы менән танышты. Бында асыҡ һауалағы күргәҙмә яңы экспонаттар менән тулылана. Улар араһында Як-3 самолеты, «Өфө» исемен йөрөткән карап макеттары, авиация двигателдәре һәм тарихи техника бар. Экспозиция республикабыҙҙың сәнәғәт ҡаҙаныштары һәм халҡыбыҙҙың хеҙмәт батырлығы менән таныштыра. Радий Хәбиров биләмәне артабан үҫтерергә, күргәҙмәне тулыландырырға ҡушты. Ул балаларҙы бында алып килеп, илебеҙ һәм хеҙмәт кешеләре тураһында һөйләүҙең мөһимлеген билдәләне. Шулай уҡ Ишембайҙа хеҙмәт батырлығы стелаһын проектлау башланған. Уны 2027 йылда ҡуйыу планлаштырыла.