✅Атайсалға изге эштәр!
✅Атайсалға изге эштәр! «Юлдаш» радиоһы берҙәмлектә, татыулыҡта изге эштәр башҡарған ауылдар араһында «Берҙәм ауыл биләмәһе» тип аталған конкурс иғлан итә. Шарты: ✅ 26 октябргә тиклем Бәйләнештә ошо яҙма аҫтына: https://vk.ru/wall-4647320_749754 комментарийҙа йәшәгән ерегеҙҙе төҙөкләндереү өсөн башҡарылған эштәр тураһында яҙығыҙ һәм мотлаҡ 2 фотоһүрәт беркетегеҙ. ✅ Еңеүсе биләмәнең мәҙәниәт йорто (клуб) булыуы шарт. Төркөм ағзаларынан иң күп лайыҡ йыйған эштәр 27 октябрҙә финалға сыға. Еңеүсе 3 ноябрь “Теге өсәү” тапшырыуында билдәләнә. Ә бүләккә "Юлдаш” радиоһы шәп тамаша әҙерләй. Концерттан йыйылған аҡса ошо биләмәне төҙөкләндереүгә тотоноу өсөн тапшырыла. Атайсалды күркәм ғәмәлдәр менән бергәләп биҙәйек. Иғтибар: "Юлдаш" бәйгеләрендә уҙған йылдарҙа еңгән ауылдар был конкурста ҡатнаша алмай.