💍 «Бандит» ҡушаматлы яугир өйләнгән
💍 «Бандит» ҡушаматлы яугир өйләнгән Махсус хәрби операция яугире Олег Емельянов һөйгәне менән ғаилә ҡорҙо. Ишембайҙа тыуып үҫкән егет, үҙ теләге менән яуға киткәнгә тиклем, нефть сығарыу компанияһында инженер булып эшләгән. Сержант Емельянов 2022 йылдың йәйенән алып Шайморатов исемендәге батальонда, ә 2024 йылдың июненән понтон бүлексәһенә командалыҡ итә. Батырлығы өсөн Жуков, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға» һәм генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән. 2026 йылдың йәйендә ул ут аҫтынан яралы иптәшен алып сыҡҡан, үҙе лә яраланған. Ә 2025 йылдың майында Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында Еңеү парадында ҡатнашҡан. Йәш ғаиләне ҡотлайбыҙ. Сәләмәтлек, мөхәббәт теләйбеҙ. 🤍