Башҡорт милли кейеме хаҡында яңы китап донъя күрҙе.
Башҡорт милли кейеме хаҡында яңы китап донъя күрҙе. Башҡорт милли кейемендәге тәңкәләр, сулпылар, төрлө биҙәктәр — ябай биҙәнеү әйберҙәре түгел. Уларҙың үҙ тарихы бар һәм улар оҙаҡ йылдар дауамында формалашҡан традицияларға, халҡыбыҙҙың донъяны танып белеүенә, фәлсәфәһенә нигеҙләнгән. Ошо тәрән мәғәнәле үҙенсәлектәрҙең барыһы ла Айгөл Камалиеваның яңы китабында һүрәтләнә. Айгөл Камалиева "Башҡорт тамбуры тылсымы" китабы аша ла тыңлаусыларға таныш. Ошондай проекттар — республикабыҙҙағы креатив иҡтисадтың бик мөһим өлөшө. Улар бай мәҙәниәтебеҙҙе, тәрән тикшеренеү эшен һәм заманса форматты уңышлы берләштерә. Бөгөн креатив индустриялар өлкәһендә Башҡортостанда 9 меңдән ашыу эшҡыуар эшләй һәм беҙҙең республика был йүнәлештә ил буйынса алдынғылар рәтендә. Һеҙҙең ғаиләгеҙҙә милли кейем йә уның элементтары һаҡланамы? Комментарийҙа яҙығыҙ.