✔️ Бөгөн Өфөлә, район һәм ҡалаларҙа ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә.
✔️ Бөгөн Өфөлә, район һәм ҡалаларҙа ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә. Халыҡҡа йәшелсә-емеш, бал, ит, башҡа тауарҙар тәҡдим ителә. ✔️ Республика халҡы финанс белемен һынай ала. Үҙәк банк онлайн тикшеренеү уҙғара. Ҡатнашыусыларға тест һорауҙарына яуап бирергә кәрәк. Һәр кемгә электрон сертификат ебәрелә. ✔️ Баш ҡалала кейеҙгә арналған күргәҙмә менән танышырға була. “Кейеҙ мөғжизәләре” тигән экспозицияны Республика милли музейы тәҡдим итә. ✔️ Өфөлә рафтинг буйынса Рәсәй беренселеге үтә. Бөгөн уның өсөнсө көнө. Ярышта үҫмер ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнаша. ✔️ Бөгөн “Салауат Юлаев” һәм “Амур” комадалары осраша. Уйын Хабаровскиҙа була, Өфө ваҡыты менән 12:00 сәғәттә башлана.