🌸 Бөгөн коллегабыҙ Гөлназ Хәлитованың матур юбилейы.
🌸 Бөгөн коллегабыҙ Гөлназ Хәлитованың матур юбилейы. Гөлназды тыңлаусылар "Табындаш" тапшырыуы аша яҡын күрә, шулай уҡ БСТ телеканалындағы "Бәхет иле" проектының алып барыусыһы булараҡ белә һәм ярата. Эштә ул уңған, ихлас һәм ышаныслы хеҙмәттәш. Ә инде ғаиләһендә — хәстәрлекле, һөйөклө әсәй һәм ҡатын. Тормош иптәше Олег менән бергә 3 бала тәрбиәләп, матур, өлгө булырлыҡ ғаилә усағын һаҡлай. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Ижади шишмәң бер ҡасан да һайыҡмаһын, алда бары уңыштар, сағыу һәм ҡыҙыҡлы проекттар ғына көтһөн.