Коллегабыҙ Азат Фазлиәхмәтов Ҡазанда IX Бөтә Рәсәй журналистары форумында ҡатнашты.
Коллегабыҙ Азат Фазлиәхмәтов Ҡазанда IX Бөтә Рәсәй журналистары форумында ҡатнашты. 14-16 октябрҙә Ҡазанда Бөтә донъя татар конгресы ойошторған IX Бөтә Рәсәй татар журналистары форумы уҙҙы. Хеҙмәттәшебеҙ мәртәбәле йыйында икенсе тапҡыр ҡатнаша. "Өс көнлөк программа бай һәм фәһемле булды: Татарстан Хөкүмәте һәм «Татмедиа» етәкселәре менән асыҡ диалог; һөнәри оҫтаханалар һәм милли журналистика киләсәгенә арналған түңәрәк өҫтәл; бай мәҙәни-танып белеү программаһы (театр, кино, Ғ. Туҡай урындарына экскурсия). Шулай уҡ "Хәбәр" Бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде", - ти Азат Миҙхәт улы. Шулай уҡ хеҙмәттәшебеҙ йыр текстары авторы булараҡ билдәле «Кәмит Жәүит» тамашаһына ла саҡырыу ала. Башҡортостандан уның менән бергә Гөлшат Арыҫланова һәм Зарема Әйүпова ла ҡатнаша — улар сәхнәлә Азаттың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡара. Татарстандың халыҡ артистары Зөлфиә һәм Жәүит Шакировтар, Зәйнәб Фәрхетдинова һәм Зөфәр Билалов менән бергә иҫтәлекле сығарылыш әҙерләнә. Хеҙмәттәшебеҙгә яңы үрҙәр, ижади бейеклектәр теләйбеҙ.