‼️Инсульт ваҡытында кешегә 4-5 сәғәт эсендә ярҙам күрһәтеп өлгөрөү мөһим.
‼️Инсульт ваҡытында кешегә 4-5 сәғәт эсендә ярҙам күрһәтеп өлгөрөү мөһим. Кешелә был сирҙең башланыуын нисек белергә? Бының өсөн FAST-тест ҡулланалар: ✅ Face – кешенең йылмайыуын йәки тешен күрһәтеүен һорағыҙ, инсульт ваҡытында йөҙҙөң ҡыйшайыуы (асимметрия) күҙәтелә, ауыҙҙың бер мөйөшө һалынып төшә. ✅ Arm – кешенең ултырған килеш биш секундҡа ике ҡулын 90 градусҡа күтәреүен һорағыҙ, инсульт булғанда ҡулдарҙың береһе һалынып төшә. ✅ Speech – инсульт булғанда кешенең телмәре боҙола. ✅ Time – “Ашығыс ярҙам”ды саҡыртыу мотлаҡ, ярҙам итеү өсөн тәүге дүрт-биш сәғәт мөһим. 29 октябрь – Халыҡ-ара инсульттан һаҡланыу көнө.