Радий Хәбиров халыҡ менән аралаша.
Радий Хәбиров халыҡ менән аралаша. 11 ноябрҙә республика Башлығы менән тура бәйләнеш була. Ҡала һәм райондарҙа күсмә студия эшләй. Бөгөн телевидение хеҙмәткәрҙәре Краснокама районы Николо-Берёзовкала. Халыҡты Мәҙәниәт һарайында 14:00 сәғәткә тиклем көтәләр. Теләгән һәр кем Радий Хәбировҡа видеоһорау яҙҙыра ала. Радий Хәбировҡа тәғәйенләнгән һорауҙарҙы Башҡортостан башлығы сайтындағы махус бүлектә, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре. "Бергәләп хәл итәбеҙ” сервисында, Макс мессенджерында, Бәйләнештә, Класташтар социаль селтәрендә ҡалдырырға мөмкин. Видеоһорауҙар 10 ноябргә тиклем ҡабул ителә.