🎶 Үҙе китте, йыры ҡалды...
🎶 Үҙе китте, йыры ҡалды... Эфирҙа бик күп йылдар уңыш менән барған "Ҡунағөй" тапшырыуының алып барыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бик күп йырҙар авторы Нурия Абдуллинаны иҫкә алайыҡ. Уның беҙҙең аранан китеүенә 2 йыл. Нурия Насибулла ҡыҙы башлаған "Һөйөнсө, бәпес тыуған" рубрикаһы - "Юлдаш"та иң оҙон ғүмерлеһе. Ул әле лә эфирға сыға, тыңлаусылар яратып ҡатнашҡан сығарылыштарҙың береһе булып ҡала. Нурия Абдуллина йырсы, үҙешмәкәр композитор булараҡ та танылыу яулай, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Ул ижад иткән йырҙар бик күп сәнғәт һөйөүселәрҙең күңелен яулаған. "Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр?", "Иҫән йөрөгөҙ, балам", "Ризыҡтарың өҙөлмәгән" йырҙары эфир тулҡындарынан һәм йырсыларҙың репертуарынан төшмәй. "Заман үҙенең ауырлыҡтарын биреп тора икән, әле сабырлыҡ, аҡыл, дуҫлыҡты нығытыр өсөн тест бара. Ғаиләлә булһынмы, дуҫтар, күршеләр, коллегалар булһынмы, белер-белмәҫтән бәхәс тыуҙырып, дошманлашып бөтмәйексе. Киләсәктә матур, имен илдә, гөрләшеп, берҙәм булып, йырҙар менән аралашып, аҡыллы фекерҙәребеҙ, бер-беребеҙҙең әйткән фәһемле һүҙҙәре, кәңәштәре менән йәшәргә насип булһын!", - тигәйне Нурия апай беҙҙең менән һуңғы осрашыуҙа. Эфир алдынан коллегабыҙ менән ихлас аралашып фотоға төштөк. Ошо иҫтәлектәр менән бүлешәбеҙ.