Джефф Монсон спорт карьераһын тамамлай.
Джефф Монсон спорт карьераһын тамамлай. Спортсының һуңғы алышы Брест ҡалаһында үтте. Ул Молдавия кикбоксерынан еңелде. “Бөтә бокс оҫталарын хөрмәт итәм. 29 йыл дауамында йөҙҙән ашыу алыш уҙғарҙым. Хәҙер арыным... Көйәрмәндәрем бик күп. Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт! Мин һеҙҙең фанатығыҙ”, - тип белдерҙе Джефф Монсон “Матч ТВ” каналына биргән интервьюһында. Ҡатнаш алыш төрҙәрендә Монсон 60 тапҡыр еңеү яулаған. Бөгөн ул Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты.
1 464 просмотров