🌟Теге алтау йылдың иң сағыу тамашаһына әҙерлек башланы.
🌟Теге алтау йылдың иң сағыу тамашаһына әҙерлек башланы. «ЮлдашХит-2026» йылына бер тапҡыр ғына була, башҡа бер ерҙә лә, бер ҡасан да ҡабатланмай. Уны беҙ һеҙҙең өсөн генә әҙерләйбеҙ, шуға ла «ЮлдашХит» сәхнәһенә сыҡҡан һайын меңәрләгән рәхмәтле күҙҙәрегеҙҙе, алсаҡ йөҙҙәрегеҙҙе күрәбеҙ, ышанысығыҙҙы тоябыҙ. Һеҙ беҙҙән бер ваҡытта ла: “Кемдәрҙе йырлатаһығыҙ?”- тип һорамайһығыҙ, сөнки беләһегеҙ, был байрамда «Юлдаш» тик моңло көйҙәр, хит йырҙар, һеҙ яратҡан йырсылар менән генә осраштыра. Ә «Теге өсәү» йылға етерлек кәйеф өләшеп ҡайтара! Һеҙ – беҙҙең ҙур ғаилә. Яңы йылды ҙур ғаиләлә йыр-моң, бүләктәр, йылы аралашыу менән бергәләп башлайыҡ! 2027 йылдың 22 ғинуарында Ҡала мәҙәниәт һарайында көтәбеҙ! Нисек унда барып сыҡтығыҙ, тиһегеҙме? Килгәс, белерһегеҙ! Әлегә матур урынды һайлай тороғоҙ: https://ufakoncert.ru/event/juldashhit-2026/ 12+
Канал в каталоге Максиметера
5 253 подписчиков · Армия и СВО