✅ «Ватан» отряды командиры ғаиләһендә ҙур шатлыҡ
✅ «Ватан» отряды командиры ғаиләһендә ҙур шатлыҡ Өфөнән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Андрей Михайловтың ишле ғаиләһендә ҡыҙ бала тыуған. Уның ҡатыны Велина «Zа любовь» проектында ҡатнаша. Перинаталь үҙәктә уға ошо программа барышында ярҙам күрһәтелгән. Проект Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ауырлы ҡатындарына һәм өс йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән әсәләргә ярҙам итә. Уларға социаль-көнкүреш, медицина ярҙамы һәм юридик консультациялар ҡаралған. Шулай уҡ махсуслашҡан медицина үҙәктәре белгестәре менән тиҙ арала бәйләнеш ойошторола. Башҡортостанда проект 20 августа башланған. Республика уны тормошҡа ашырған илебеҙҙең туғыҙынсы төбәге.
Канал в каталоге Максиметера
5 041 подписчиков · Армия и СВО