🎶 Милли йыр-моң — заманса яңғырашта!
🎶 Милли йыр-моң — заманса яңғырашта! Гәлсәр Байғусҡарова «Евразия» халыҡ-ара креатив аҙналығында яңы йырын танытыу өсөн 77 777 һумлыҡ грант яуланы. Йырсы белгестәр иғтибарына башҡорт халыҡ көйҙәре менән үрелеп барған электро-фолк стилендәге әҫәр тәҡдим итте. Продюсер Илья Бортнюк Гәлсәрҙе «Стороны Света» фестивалендә ҡатнашырға саҡырҙы. 💬 «Туған мәҙәниәтебеҙҙең заманса яңғырауын һәм уны йәштәр тыңлауын теләйем», — ти Гәлсәр. Йырсыны ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!
Канал в каталоге Максиметера
5 041 подписчиков · Армия и СВО