Аҙна башында хөкүмәттә үткән оперативкала йырлап, хөкүмәт ағзаларының алҡыштарына лайыҡ...
Аҙна башында хөкүмәттә үткән оперативкала йырлап, хөкүмәт ағзаларының алҡыштарына лайыҡ булған малай - Кумертау ҡалаһынан ун бер йәшлек музыкант һәм вокалист Әнүәр Вәхитов барыбыҙға ла яҡшы таныш. Ул «Уралым» көйөн өзләү элементтарын ҡулланып, ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы. — Сығышығыҙ өсөн рәхмәт. Бәлки, оперативканы бындай «форматта» үткәреүгә был зал тәүге тапҡыр шаһит булғандыр, — тине Радий Хәбиров.