Өйҙәрен, атай йортон, яҙ уҡ тартып алғайнылар. Әсәһе, туғандары менән ошо тар аласыҡта ... — 6 июля 2026 г. в 15:12:40.669
Өйҙәрен, атай йортон, яҙ уҡ тартып алғайнылар. Әсәһе, туғандары менән ошо тар аласыҡта тороп ҡалдылар. Алты мөйөшлө өй, һарай, барлыҡ ҡаралты-маҙар, иген, һауыт-һаба, кейем-һалымға тиклем ҡырып-һепереп алып киттеләр. Оло ағаһы Әҙһәмгә тип әҙерләгән өйлөк бураны ла боҙоп, ике йөк аты егелгән оло арбаға тейәп, ҡайҙалыр ташып бөттөләр. Кейем-һалым араһындағы ғаилә көмөшөн ылаусыларға бирмәҫкә тырышып, ун биш йәшлек Кинйәбикә апаһы епкә теҙелгән тәңкәләргә сибек ҡулдары менән йәбешкән килеш бер талай улар артынан һөйрәлеп барҙы. Тик, еп өҙөлөп, көмөш ергә сәселде. Халыҡ мөлкәтен талаусылар ҡыҙҙы тупаҫ рәүештә ситкә этеп ебәреп, тәңкәләрҙе йыйырға тотондо... Дауамы: https://vatandash.ru/articles/pobeda-80/2026-05-25/u-y-veteran-4699638

