— Мин ошо йорттан Артур исемле егетте эҙләй инем, совхозда практика үтә булырға тейеш. — 28 июля 2026 г. в 15:24:23.678
— Мин ошо йорттан Артур исемле егетте эҙләй инем, совхозда практика үтә булырға тейеш. Бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Унан, ултырыусылар араһынан ашыҡмай ғына бер егет тороп баҫты: — Мин – Артур. Һеҙ миңәме? — Шулайҙыр. – Фәриҙә тауышындағы ҡалтырауҙы баҫыуға тәрән итеп бер һулыш алды ла, - Әйҙә әле, егет кеше, бүлмәңә инеп һөйләшәйек, - тине. Бар байлығы бер карауат та, бер өҫтәлдән торған бүлмәгә инеп баҫтылар. Тәҙрәләрҙә уңып бөткән ҡорғандар һәлпелдәй, иҙәнде күптән йыуған кеше юҡ, күрәһең. Шулай ҙа йылы. Тулыһынса:vatandash.ru/articles/l...

