ЕН ТӘҘРӘҺЕ — 29 июля 2026 г. в 03:55:22.365
ЕН ТӘҘРӘҺЕ Кеҫә телефонына бағышлана 🔹Һис эшем юҡ ҡыҙымда, Һис эшем юҡ улымда, Ен тәҙрәһе - ҡулымда. Ул бит ғәзиз иремдәй! Ҡарайым мин иренмәй - Ниҙәр генә күренмәй! Эшкә барам - текләйем, Эштән ҡайтам - текләйем. Унһыҙ донъя көтмәйем - Бер аҙым да үтмәйем... Сәс ҡабартам, буянам, Әйтергә лә оялам: Уны һыйпап йоҡлап китәм, Уны һыйпап уянам... Ен тәҙрәһе йотмаҫ борон Мине табығыҙ әле, Ҡалыптарға һыймаһам да, Сыйнаһам да, Ҡыйнаһам да, Тартып алығыҙ әле!.. Зөлфиә Ханнанова.

