Апай, мин Нәсимәне яратам. Һеҙҙән өйләнергә рөхсәт һорарға килдем. — 1 августа 2026 г. в 16:11:49.870
Апай, мин Нәсимәне яратам. Һеҙҙән өйләнергә рөхсәт һорарға килдем. Тәүҙә аптыраным, аҙаҡ асыуым ҡабарҙы: – Ниндәй өйләнеү ул?! Уға бит яңы 17 йәше тулды. Танышыуғыҙға ай булдымы әле?! Төпкө бүлмәнән Нәсимә килеп сыҡты ла, үҙ һүҙен әйтергә маташты: – Әсәй, әйҙә тыныс ҡына һөйләшәйек... – Ә һин бар, күҙемдән юғал! Ирек ҡуйғас та, был йәшеңдән кейәүгә сығырға уйланыңмы? Мин иртәнән кискә тиклем колхозда бил бөгөп, һин уҡыһын, етемлекте тоймаһын, кешесә йәшәһен, тип тырыштым. Ә һин тәү осраған, тәҡдим яһаған егеткә тағылып китергә уйлайһың... Тулыһынса: vatandash.ru/articles/l...

