ҠАБАҠ ҺУТЫ
ҠАБАҠ ҺУТЫ Тəмле лə, файҙалы ла бит ул! Булған уңышты рəхəтлəнеп ҡулланайыҡ. Ололар əйтмешлəй "форма өсөн түгел, корма өсөн булһын"😁 🔹Кəрəк була: 1.Ҡабаҡ (таҙартылған) - 2 кг 2.Шәкәр - 200 г 3.Эре әфлисун һуты- 2 дана. 4.Лимон кислотаһы - 0,5 балғалаҡ. Әҙерләү ✅Ҡабаҡты ҡабығынан һәм орлоғонан таҙартығыҙ, киҫәктәргә турап, ҙур кәстрүлгә һалығыҙ. ✅Тулыһынса ҡаплағансы һыу һалып, әкрен утта тулыһынса йомшарғансы бешерегеҙ. ✅Әҙер ҡабаҡты блендер менән ваҡлағыҙ йәки иләк аша үткәрегеҙ. ✅Әфлисун һуты, шәкәр һәм лимон кислотаһы өҫтәгеҙ. Яҡшы итеп болғатығыҙ. ✅Һутты тәмләп ҡарағыҙ һәм кәрәк булғанда, әскелтем булһын өсөн тағы бер аҙ шәкәр йәки лимон кислотаһы өҫтәгеҙ. ✅ Кәстрүлде утҡа ҡуйығыҙ һәм һутты ҡайнатығыҙ. ✅Эҫе һутты алдан стерилләнгән банкаларға ҡойоп, ҡапҡастарығыҙҙы герметик рәүештә ябығыҙ. ✅Банкаларҙы баштүбән әйләндерегеҙ, йылы юрған менән яҡшы итеп ябығыҙ һәм тулыһынса һыуынғансы ҡалдырығыҙ. ✅Теләһәгеҙ, апельсин һутын арттырырға, йәки апельсин һуты урынына алма һутын ҡулланырға мөмкин. Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан алынды.