🔥Бөгөн билдəле шағирə, журналист, бик күп йыр текстары авторы Зөһрə Ҡотлогилдина 75 й... — 20 августа 2026 г. в 09:48:27.414
🔥Бөгөн билдəле шағирə, журналист, бик күп йыр текстары авторы Зөһрə Ҡотлогилдина 75 йəшлек күркəм юбилейын билдəлəй! Зөһрə Сəлимйəн ҡыҙын ихлас күңелдəн ҡотлайбыҙ!🌺🌺🌺 💥 Килəсəктə ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, бəхетле оҙон ғүмер телəйбеҙ! ✨"Ышанып йəшə" шиғырын тəҡдим итəбеҙ. Мең хәсрәттәр йөрәгеңде телгән саҡта, Йөрәгеңде уста тотоп түҙгән саҡта, Был һуңғы сик, тиеп бер үк башың эймә, Онотма һин, яҡындарың көтә өйҙә. Хыянаттың уғы килеп йыҡҡан саҡта, Дуҫ тигәнең көтмәгәндә һатҡан саҡта, Был һуңғы сик, тип үрелмә һин хәмергә, Барыһы ла ваҡытлыса, түҙ хәҙергә. Был донъяла барыр юлың юғалтҡанда, Ғәзиздәрең мәңгелеккә оҙатҡанда, Һуңғы сик, тип ғүмер ҡылдарыңды өҙмә, Яҡындарың көтә һине, көтә өйҙә. Алмаш-тилмәш килә көндәр, айҙар, йылдар, Ҡайғыларҙы алмаштырыр моңло йырҙар. Хыялдарың әйләнерҙәр ысын өнгә, Тик ышанып йәшә иртәгәһе көнгә.

