Яратырға ярамай ине...
Яратырға ярамай ине... Хикәйә Сентябрь айы. Тәбиғәттең әкренләп-әкренләп алтын төҫкә мансыла барған сағы. Әрме хеҙмәтен бына-бына тултырып ҡайтырға йыйынған Фәрит дуҫы Ҡасимдан хат алды. Ҡайтыр ваҡыты етеп килгәс, үҙе лә ауылға хат яҙманы, әсәһенән дә әлегә хәбәр юҡ. Ул хатты алды ла ашығып уҡый башланы. “Һаумы, друг! Һиңә тыуып үҫкән яҡтарыңдан ҡайнар сәләм! Ну унда служба нисек бара? Ҡайтыр көндәреңде һанап еткерә алмайһыңдыр инде. Ну ничего, һау кешегә ни, таң ата ла кис була, ваҡыт тиҙ үтә. Тиҙҙән күрешербеҙ. Беҙҙең урамда ла байрам булыр. Шулай бит! Әй, дуҫ, чуть онотманым. Ауылға хәтәр матур бер ҡыҙ уҡытырға килде. Атлы кеше төшөп ҡарамалы, йәйәүлеһе ятып ҡарамалы шәп ҡыҙыҡай. Әсәйең яңғыҙ булғас, йәшәргә һеҙгә индерҙеләр үҙен. Ҡыйыш ауыҙ “амбал” Әхәт ҡапҡағыҙға бер егетте лә яҡын ебәрмәй, ҡоҙғон һымаҡ, теге ҡыҙҙы ҡарауыллай. Тиҙерәк ҡайт! Яҙмыш ҡушһа, һиңә “во!” тигән готовый кәләш...” Фәрит хатты аҙағына тиклем уҡып бөтөрә алманы. Көслө ел Ҡасим дуҫының хатын ҡулдан ысҡындырып алды ла ҡайҙалыр осортоп алып китте. Һалдаттар ултырған хәрби машина тау үренә ынтылды. Көткән көн килеп тә етте. Поездан төшкән егет тиҙ генә ауыл аша уҙыусы автобусҡа инеп ултырҙы. Их, тыуған яҡтар! Йөҙө ҡояштай балҡыған Фәриткә автобус бик әкрен барғандай тойолдо, барыһы ла хәрби кейемдәге йәш һалдатҡа һоҡланып ҡараны. Фәрит һәм таныш булмаған тағы ике-өс кеше ауыл осонда төшөп ҡалды. Бына Ҡарайылға. Унда бәләкәй саҡта көндәр буйы һыу инә, балыҡ ҡармаҡлайҙар ине. Баҫманан сыҡҡас та беренсе йорт Бибинур инәйҙеке. Ана, үҙе лә тышта ултыра түгелме? – Һаумы, Бибинур инәй! Күрешергә ҡулын һуҙған йәш һалдатты әбей ҡапыл да таныманы, албырғап ҡалды. – Ай, Аллам, һине бер ҙә генә танымайымсы... – Һуң, инәй, был мин... Сәлимә киленеңдең кесе улы Фәрит... – Эй-й, балаҡайғынам... армиянан ҡайта, тиҙәр ине шул... Әбей ябыҡ тарамыш ҡулы менән егетте арҡаһынан һөйөп алды. Фәрит сумаҙанынан биҙәкле яулыҡ менән сәй алды ла әбейгә һуҙҙы. – Һай, рәхмәт яуғыры! Оҙон ғына ғүмерле, бәхетле бул инде, балаҡайым! Бибинур әбей бик оҙаҡ доға ҡылды. Бына тыуған йорт! Егет ашҡынып ҡапҡаны асты. Ҡыуаныстан йөрәге дөпөлдөп, тирә-яҡҡа күҙ һалды. Бар ерҙә лә тәртип, бөхтәлек күҙгә салына. Ул өйгә инергә өлгөрмәй ҡалды. Картуф баҡсаһы яғындағы артҡы ҡапҡанан һыу көйәнтәләгән ҡыҙ килеп инде. Уны күргәс, Фәриттең ҡулынан сумаҙаны төшөп китә яҙҙы. “Йә, Хоҙай, был бит гел генә уның төштәренә ингән хыялындағы ҡыҙ!”. Егет таш һын кеүек бер урында ҡатып аптырап торған арала ҡыҙ һыулы биҙрәләрен ҡул йыуғыс янындағы ултырғысҡа ҡуйҙы ла йүгереп килеп күрешергә ҡулын һуҙҙы. – Һаумыһығыҙ, Фәрит ағай! Инәй әле генә күршеләргә ингәйне. Ҡаршы барып һөйөнсө һорайым әле! Ҡыҙ урамға сығып йүгерҙе. Әле генә күргәндәренең өнмө әллә төшмө икәнлеген айырмаҫ хәлгә килгән егет баҫҡан урынында бер аҙ тора бирҙе лә өйгә инде. Ҡунаҡ көткән өй “ялт” итеп тора. Самауыр ҡайнай, тәмле аш еҫе таралған. Бар ерҙә лә таҙалыҡ. Тәҙрә төптәрендә Фәрит бығаса күрмәгән матур сәскәле гөлдәр үҫә. Тәҙрәләргә сағыу биҙәкле ҡорғандар эленгән. Оло өйҙөң өҫтәлендә китап-дәфтәрҙәр, ручкалар күренә. Ул арала ҡапҡа асылып китте. Сыр-сыу килеп, әсәһе менән теге ҡыҙ өйгә инделәр. Әсәһе, күҙ йәштәрен тыя алмай, Фәритте ҡосаҡлап алды: – Уй, балаҡайғынам, ҡолонсағым! Был көндәрҙе лә күрергә яҙҙы, Хоҙай ҡушҡас... Фәрит алып ҡайтҡан күстәнәс, бүләктәргә ихлас ҡыуандылар, шатлыҡтарының иге-сиге булманы. Сәй эскән арала егет ҡыҙҙан күҙен ала алманы. Килмәгән бер ере лә юҡ уның. Әле хәбәр һөйләһенме, тигеҙ аҡ тештәрен күрһәтеп көлөп ебәрһенме, орсоҡ кеүек өйрөлә. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй, йүгереп йөрөп табын әҙерләне. Әсәһен түргә ултыртты ла үҙе сәй яһап эсерә башланы. “Дә-ә-ә, Ҡасимдың яҙғаны дөрөҫкә сыға бит. Действительно, готовый кәләш...” – тип Фәрит дуҫының хатын иҫенә төшөрҙө. Тик әсәһенең әйткән һүҙҙәре егеткә башын иҫәнгерәтә һуҡҡандай тәьҫир итте. Флүзә Фәриттең әсәһенең ике туған һеңлеһенең ҡыҙы булып сыҡты. Егеттең аяғы аҫтында ер убылғандай булды. Ә шулай ҙа ул үҙен тыныс тоторға тырышты.