БАУЫРҘАН РУЛЕТ
БАУЫРҘАН РУЛЕТ Табындарҙы йəмлəр, күңелдəрҙе күтəрер аҙыҡ. Эшлəйек, ҡыҙҙар🤝 Кəрəк була: 1️⃣ Тауыҡ бауыры — 500 г 2️⃣ Йомортҡа — 2 3️⃣ Һөт — 100 мл 4️⃣Һуған — 60 гр 5️⃣ Бойҙай оно (цельнозерновая) — 60 г 6️⃣Үҫемлек майы — 2 ҡалаҡ 7️⃣Тоҙ, борос, һарымһаҡ — самалап⚖️ Эшкə тотонайыҡ ✅Тауыҡ бауырын (теләгән башҡа төрҙө лә алырға мөмкин), һуған менән бергә ит турағыстан үткәрәбеҙ. ✅Йомортҡа, һөт, бөтөн бойҙай оно, тоҙ, тәмләткестәр өҫтәп яҡшылап бутайбыҙ, ✅2 ҡалаҡ үҫемлек майы ҡушабыҙ. ✅Ҡамырҙы табаға силикон келәмгә йәйеп, 25–30 минутҡа мейескә оҙатабыҙ. Эслекте былай əҙерлəйбеҙ: 1️⃣ Һуғанды турайбыҙ, 2️⃣кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ һәм аҙ ғына майҙа әҙер булғансы ҡыҙҙырабыҙ. 3️⃣Йомортҡаны бешереп, йәшелсәләр менән бергә бутайбыҙ. 4️⃣Тоҙ, тәмләткестәр һәм ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. 5️⃣Әҙер бауыр ҡатламына эслекте йәйеп, РУЛЕТ итеп урайбыҙ. ❗ Яҡшыраҡ киҫелһен өсөн уны бер аҙ һыуытҡыста тотоп алырға кәрәк булыр. 💯Бик тәмле рулет килеп сыға. Мотлаҡ эшләп ҡарағыҙ.