🔥МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ МЕНӘН, ВАТАНДАШТАР!
🔥МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ МЕНӘН, ВАТАНДАШТАР! 💥Бөгөн Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә. 📌Республика башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса, был көн йыл һайын апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә. 🤝Милли кейемдәр – кейем генә түгел, ә быуындан быуынға тапшырыла килгән тарих, традициялар һәм рухи мираҫ символы. ⚜️Һәр халыҡтың характерын һәм донъяға ҡарашын сағылдырған биҙәктәр һәм орнаменттар тәрән мәғәнәгә эйә, төҫтәр кәйефте һәм ҡиммәттәрҙе сағылдыра, ә үҙенсәлекле элементтар танылып торған символдарға әүерелә. Барығыҙҙы ла Милли кейем көнө менән ҡотлайбыҙ!🌺🌺🌺 Фотола хеҙмəттəшебеҙ Регина Шафиҡова ҡыҙы Əлфиə менəн