ҠАҘ МАЙЫНАН ФАЙҘАЛЫ РЕЦЕПТАР
ҠАҘ МАЙЫНАН ФАЙҘАЛЫ РЕЦЕПТАР Ҡаҙ майын халыҡ медицинаһында түбәндәге маҡсаттарҙа ҡулланалар: 🔸БЫУЫНДАР ӨСӨН Быуындар ауыртыуын махсус мазь ярҙамында дауаларға мөмкин. 💧 Кәрәк була: ҡаҙ майы - 50 г, камфора майы - 10 тамсы. Әҙерләү: ҡаҙ майын парҙа иретергә һәм камфора майын ҡушарға. Быуындарға көн һайын әҙер ҡатнашманы һөртөргә. 🔸БРОНХИТ Оҙаҡҡа һуҙылған йүтәлдән ҡотолоу өсөн, ҡаҙ майын ҡырғыстан сығарылған һуған менән бутарға һәм ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡабул итәргә. Ошо уҡ ҡатнашманы төнгә күкрәк өлөшөнә һөртөргә була. 🔸ҮПКӘ ЯЛҠЫНҺЫНҒАНДА Иретелгән ҡаҙ майын һәм һарымһаҡтан яһалған ҡатнашманы йылыталар һәм пергаментҡа һөртәләр. Ҡағыҙҙы күкрәккә ҡуялар, өҫтөнә йылы шарф ябалар һәм төнгә шулай ҡалдыралар. 🔸РЕВМАТИЗМ Арҡа ауыртҡанда мунсала, арҡаны ҡаҙ майы менән ышҡыу ярҙам итә. Процедуранан һуң йылы урында төрөнөп ятырға кәрәк. 🔸ЙҮТӘЛДӘН ИНТЕККӘНДӘ 💧Кәрәк була: бал - 100 г, иретелгән ҡаҙ майы - 100 г, араҡы - 100 мл. Барыһын бер һауытта бутарға һәм бер аҙнаға ҡараңғы урынға ҡуйырға кәрәк. Әҙер ҡатнашманы һәр көндө бер аш ҡалағы эсәләр. Дарыуҙы һыуытҡыста һаҡлайҙар. 💧 Йылы һөткә бер ҡалаҡ иретелгән ҡаҙ майы, бал, һары май һалып, бер сынаяҡ эсерәгә лә, ҡаҙ майы менән ыуынып, төрөнөп ятырға. Иртәгәһе көнөнә температура ла, йүткереү ҙә әллә ҡайҙа була.