Күп кенә хәйбуллалар һайлауҙа тотош ғаиләләре менән ҡатнаша. Татыр-Үҙәк ауылында ла унд...
Күп кенә хәйбуллалар һайлауҙа тотош ғаиләләре менән ҡатнаша. Татыр-Үҙәк ауылында ла ундайҙар байтаҡ. Әнүәр һәм Тамара Аслаевтар ҡыҙҙары Гөлназ Назарова, ейәндәре Данир, килендәре Ралина, бүләсәрҙәре Алина һәм Самира менән – йәғни тотош дүрт быуын һайлау участкаһына килеп, өлкәндәр үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәп, ә бәләкәй ҡыҙҙар ошо мөһим сараның мөхитен тойоп ҡайтҡан. —Беҙҙең ғаилә өсөн һайлауҙар — ул ябай ғына процедура түгел, ә яҡшы йола. Бөгөн дүрт быуын бергәләп һайлау участкаһына килдек! Ҡартатай-өләсәйҙәребеҙҙән башлап, ейән-ейәнсәрҙәргә тиклем — барыбыҙ ҙа илебеҙҙең киләсәге өсөн битараф түгелбеҙ. Һәр тауыш — ул уртаҡ киләсәгебеҙгә һалынған өлөш. Ғаилә менән килеү — ул берҙәмлектең иң матур күренеше. Дуҫтар, һеҙҙе лә һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ! Килегеҙ, тауыш бирегеҙ, сөнки киләсәгебеҙ — үҙебеҙҙең ҡулда! — тип һайлауҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы Гөлназ Әнүәр ҡыҙы.