Бәхетенән балҡып торор
Бәхетенән балҡып торор Ҡартлыҡтың йөҙө. Һәр кемгә кәрәк булыуың – Ожмахтың үҙе. (З.Ҡотлогилдина) Хөрмәтле өлкән йәштәге ағайҙар һәм апайҙар! Халыҡ- ара оло йəштəгелəр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. 🌺 🌺 🌺 Һеҙ йәшәгән йылдар — һеҙҙең байлыҡ. Ошо дәүер эсендә оло аҡыл, күңел байлығы, рух ныҡлығы, тормош тәжрибәһе тупланығыҙ. Шуларҙы йәш быуын менән бүлешеп, һаулыҡ-сәләмәтлектә бәхетле ҡартлыҡ кисереп, оҙон- оҙаҡ йəшəргə яҙһын һеҙгə!