Яҙмыштарҙан риза булайыҡ.
Яҙмыштарҙан риза булайыҡ. Бисмилла, тип иртән таң атҡас та, Рәхмәт әйтеп,доға ҡылайыҡ. Һөйөндөрөп, бер аҙ көйҙөрһә лә, Яҙмыштарҙан риза булайыҡ. Бер-бер артлы һынау килгәндә лә, Башты эймәй тура атлайыҡ. Һәр кисергән әрнеү- ғазаптарҙан, Яҙмыштарҙан риза булайыҡ. Шөкөр, Хоҙай беҙгә ғүмер биргән, Һаулыҡ биргән, шуны һаҡлайыҡ. Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай, тиҙәр, Булғанына риза булайыҡ. Гөлшат Дәүләтшина