🍂 12 көн каникул!
🍂 12 көн каникул! 24 октябрҙән 4 ноябргә тиклем бөтә уҡыусыларҙың да көҙгө каникулдары. Балаларға рәхәтләнеп йоҡлап, уҡыуҙан ял итеп, туғандар, олатай-өләсәйҙәр менән иркенләп аралашыу мәле етте. Әммә атай менән әсәй эшкә киткәндә яңғыҙ ултырып ҡалыусылар ҙа бар. Өйҙә үҙҙәре генә ҡалған балаларға хәүефһеҙлек тураһында әленән-әле иҫкәртеп тороу мөһим. ✅ Һөйләшеп алыуға 5 минут ваҡыт та етә. Түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәклеген аңлатығыҙ: 🔹 Шырпы менән бер ваҡытта ла уйнама! Плитаны, йылытҡысты үҙ белдегең менән тоҡандырма!🔥 🔹 Тышта ҡараңғы хәҙер иртә төшә. Шуға күрә мотлаҡ яҡтылыҡты яҡтыртыусы элементтар булған кейем кейергә кәрәк. 🔹Урамда йөрөгәндә телефонға ҡарап йөрөмә. Юл аша сыҡҡанда һаҡ бул. 🔹Мутлашыусылар йоҡламай: карта номерын, код һандарын һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе бер кемгә лә әйтмә🚫 Каникулда балаларға яңы шөғөл уйлап табығыҙ. Ғаилә менән бергә булыу өсөн дә бик уңайлы мәл — музейға, концертҡа, киноға барырға, өйҙә квест ойошторорға, саф һауала йөрөргә мөмкин. Уҡырға - 5 ноябрҙә. Оҙон көҙгө каникулдар файҙалы һәм имен үтһен!